Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Файҙалы кәңәштәр
29 Мая 2023, 12:00

Имтихандар ваҡытында нимәләр ашарға?

Табип-невролог Ольга Фурман түбәндәге кәңәштәрҙе бирә.

Имтихандар ваҡытында нимәләр ашарға?Имтихандар ваҡытында нимәләр ашарға?
Имтихандар ваҡытында нимәләр ашарға?

Табип-невролог Ольга Фурман  имтихандар ваҡытында уҡыусыларға һәм студенттарға әстерхан сәтләүеге, балыҡ, алма һәм йәшел сәй эсергә кәрәк, тип кәңәш итә. Сәтләүектә  омега-3 кислоталары бар, улар баш мейеһе өсөн бик файҙалы. Уның һүҙҙәренсә, көнөнә алты сәтләүек ашау етә.

 Бәрҙе, скумбрия һәм лосось балығында ла  шулай уҡ омега-3 бар. Бынан тыш, балыҡта хәтерҙе яҡшыртырға ярҙам итеүсе фосфор бар. Фурман рационға ҡуҙаҡлыларҙы ла мөмкин тип кәңәш итә, сөнки улар аҡһымға һәм иммунитетты,баш мейеһенең эшсәнлеген нығытыусы кәрәкле матдәләргә бай.

Алма витаминдарға һәм микроэлементтарға бай. Уларҙа фосфор бар. Был емеш-еләк иммунитетты һәм нерв системаһын нығыта, фекер эшсәнлеген көйләй. Кишер  матдәләр алмашыныуын яҡшырта, ә киви С витамины күп булғанға антиоксиданттар сығанағы булып тора.

Эсемлектәрҙән йәшел сәйгә өҫтөнлөк биреү яҡшыраҡ. Ул борсолоуҙы кәметә, был имтихандарға әҙерлек осоронда бигерәк тә әһәмиәтле, хәтерҙе нығыта һәм йоҡо килеүҙе еңәргә булыша.


Фото: venskayadacha.com

 

Автор:
Читайте нас