Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Файҙалы кәңәштәр
31 Май 2023, 03:30

Бөгөн Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө

Һеҙҙең арала тәмәкене ташлаусылыр бармы? Булһа, нисек ташланығыҙ? 

Бөгөн Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнөБөгөн Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө
Бөгөн Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө

Нисек тәмәке тартыуҙы ташларға?

Тәмәкенең зыяны тураһында һөйләй башлаһаң, ғәҙәттә, тәмәке тартыусылар мең аҡланыу уйлап таба. Улар әсе дөрөҫлөк менән бер ҙә генә килешергә теләмәй. Күптәре тартыуҙы еңел генә ташлай алам тип маҡтанып та ала, әммә бер ғәҙәткә инһә, ай-һай айырылышыуы ауыр икән шул.

 

Яҡындарығыҙҙан, дуҫтарығыҙҙан кемдер тәмәке ташлай алмай ыҙалаһа, түбәндәгене уҡытығыҙ һәм ошо видеояҙма менән таныштырығыҙ.

 

  1. Донъяла 8 секунд һайын бер кеше тәмәке тартыуҙан үлә. Йылына был һан 5 миллионға барып баҫа.

 

  1. Тәмәкегә ҡурҡыныс радиоактив матдәләр свинец һәм полоний ҡушыла.

 

  1. Янып торған тәмәкенең төтөнө – 4 меңдән ашыу химик матдәне берләштереүсе үҙе бер химия заводы.

 

  1. Кешене үлтереү өсөн 4-5 тәмәкеләге никотин дозаһы ла етә.

 

  1. Цианлы водород Икенсе донъя һуғышында ағыулаусы матдә сифатында ҡулланылған. Был ҡурҡыныс матдә лә тәмәке төтөнөндә бар.

 

  1. Тәмәке фильтры ҡағыҙҙан яһалған кеүек, уныһы ла зарарлы пластик сүстәренән эшләнгән, ацетатцеллюлоза тип атала. Уны серетер өсөн 2 йылдан алып 10 йылға тиклем ваҡыт кәрәк.

 

  1. Никотин йоғонтоһонда йөрәк тибеше 15 – 20 процентҡа йышая. Шуға күрә даими тәмәке тартыу йөрәкте көсөргәнеп эшләргә мәжбүр итә, был иһә уны ваҡытынан алда эшлектән сығара.

 

  1. Тәмәкеселәрҙең 87 процентында күҙәтелгән иң ҡурҡыныс ауырыу – үпкә яман шеше. Был ауырыу, нигеҙҙә, дауалауға бирелмәй һәм йыш ҡына аҙағы насар тамамлана. Үпкә шешенән тыш, тәмәкеселәр лейкоз, ашҡаҙан, тамаҡ шеше кеүек башҡа ҡурҡыныс яман шеш ауырыуҙарына ла дусар була.

 

  1. Тәмәкеселәрҙең ҡатындары үпкә яман шеше менән 1,5 – 2 тапҡырға йышыраҡ ауырый, ә ата-әсәһе тәмәке тарт­ҡан балаларҙа бронхит һәм пневмония сирҙәре ике тапҡырға күберәк күҙәтелә.
  2. Тәмәке тартыуҙан иҡтисади юғалтыуҙар ҙа күп. Мәҫәлән, Америкала тәмәкеселәр­ҙең ауырыуына, медицина хеҙмәтләндереүенә киткән сығымдар йылына яҡынса 100 млрд доллар тәшкил итә. Ә йылына тәмәкенән сыҡҡан 225 мең янғында уртаса 2,5 мең кешенең ғүмере өҙөлә, тағы ла 5 меңләбе етди йәрәхәттәр ала.

 

Нисек тәмәке тартыуҙы ташларға? Бер туҡтауһыҙ көнбағыш сиртергәме, әллә өшкөрөлөргәме, әллә… Ни эшләргә һуң? Кеҫәгә ныҡ һуға бит был тәмәке-әшәке… Нисек тартыуҙы ташларға? Ошо һорау һеҙҙе борсоймо? Бына бер уйынлы-ысынлы булған хәл. 

 

"1999 йыл, декабрь аҙа­ғы. Ғинуар ба­шын­да ҡатыным бала табырға тейеш. 1 ғинуарға ғына тура килмәһә ярар ине, тип йөрөйөм. Яңы йыл төнөндә акушерҙар ҙа иҫерек булыр кеүек тойолдо. Тағы ла нисек булһа ла киләһе йылы тәмәке ташларға ҡарар иттем. 30 декабрь кисен ҡорама ауылының клубында ойошторолған бал-маскарадҡа барҙым. ҡатырға ҡумтанан эшләнгән робот костюмында ике сәғәт буйы тирләп-бешеп сәхнәлә йөрөнөм. Береһе лә танымаһын тип, шул сәхнә кейемендә ҡайтып киттем. Әйтергә кәрәк, ул көндө утыҙ градус һыуыҡ булды. Мин ун минутлыҡ юлды йүгерә-атлай ҡайттым. Өйгә ингәндә кейемем арҡама йәбешкәйне, уны тиҙ генә алмаштыр­ҙым. Һыуыт­ҡыста Яңы йылға тип ултыртып ҡуйылған “ярты”лар ҙа бар ине. Эс­те йылытырға йә иһә ыуынырға башҡа ла килмәне. Иртәгеһен уян­ғанда үпкәмә һыуыҡ тейгәйне. 1 ғи­нуарҙы тәмәке тарта алмайынса ҡаршы алдым. Аллаға шөкөр, 2000 йылдың 4 ғинуарында Фәриҙә ҡыҙым тыуҙы. Тын алыуы ҡыйын булһа ла, дауаханаға бармайынса 20 көн ауырып үткәр­ҙем. Шулай тәмәке тартыуҙы ташланым.
Хәҙер: “Нисек тартыуҙы ташланың?” – тип һораһалар, мин: “Бик еңел ул. Үпкәгә тын алмаҫтай итеп һыуыҡ тейҙерергә кәрәк. Аҙаҡ үҙенән-үҙе ташлана ул”, – тип яуап­лайым…"

Фәнүр ШАҺИЕВ.
Учалы районы,
Иҫке Байрамғол ауылы.

Автор:РИС Интеграция

Автор:
Читайте нас