

Фикус тәрбиәгә талапсан түгел, шулай ҙа иғтибар етмәгәндә ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға бирешә. Яҙҙан көҙгә тиклем ныҡ үҫеш ваҡыты, һыуҙы даими һибергә кәрәк, ҡышын аҙна-ун көнгә бер һыу һибеү етә. Үҫемлек төбөнә һыу йыйылыуҙан сиргә бирешә, тамыры сереүҙән ҡорой башларға мөмкин. Фикусҡа +20 – +22 °C температура кәрәк. Үҫемлеккә ҡояш нурҙары ярым үткән урын да килешә, әммә туранан-тура ҡояш нурҙарына эләккәндә, япраҡтары һарғая.
Яҙ һәм йәй айҙарында фикусты ике аҙнаға бер тапҡыр комплекслы ашлама менән туҡландырығыҙ. Ул көл, кесерткән төнәтмәһен дә ярата. Фикусты март аҙағы-апрель башында күсереп ултыртырға мөмкин. Йәш гөлдө йыл һайын, ҙур гөлдө 2 – 3 йылға бер тапҡыр күсереп ултыртырға кәрәк.
Гөл һалҡын ел, температура үҙгәреүен яратмай.