Әҫпеһе ҡалҡып (аллергия) йонсоғандар арабыҙҙа байтаҡтыр. Экологик хәл-тороштоң киҫкенләшеүеме, ашаған ризығыбыҙ ҙа һәр төрлө "Е" ҡушымталы булыуымы һаулығыбыҙға кире йоғонто яһай. Боронғолар аллергияны әҫпе еләге менән дауалаған. Алабута һымаҡ үҫкән ҡыҙыл емешле үләнде осратҡанығыҙ барҙыр. Әҫпе еләге ул.
- Алабуталар ғайләһенә ҡараған бер йыллыҡ үлән ул әҫпе еләге. Африка еренән таралып киткән, тиҙәр. Тиреҫле, йомшаҡ ерҙәрҙе ярата. Емешенең тәменә килгәндә, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә татлы. Был үҫемлек аҡһым, клетчатка, органик кислоталар, флавоноидтар, төрлө витаминдарға бай. Бигерәк тә япраҡтарында. Ә еләге эс ҡатыу осрағында, өлкән йәштәгеләргә бик килешә. Ә бына ӘҪПЕ нимәне аңлата? Атопический рематит, диатез ауырыуын башҡорттарҙа "әҫпеһе ҡалҡҡан" тиҙәр. Тимәк, был шпинат төрө әҫпенән ярҙам итә. Интернет киңлектәрендә был турала бер нәмә лә әйтелмәй. Ә таныштар араһында ғына ла ошо ауырыуҙарҙан әҫпе еләге ярҙамында шәбәйгәндәр етәрлек. Хатта аллергия арҡаһында тын ҡыҫылыуҙан ( одышканан ) шифаланғандар бар. Ниндәй миҡдарҙа ҡабул итергә килгәндә, дауаланыусылар миңә ошолай өйрәттеләр: еләктәре менән ҡуша кипкән, йәки яңы өҙөп алған 1- 2 һабаҡ әҫпе еләген бер литрға яҡын ҡайнар һыу ҡойоп ултыртып тораһың. Көнөнә 3 - 4 тапҡыр ашар алдынан эсеп йөрөргә.
Әҫпе еләген бер сәсһәң, бүтән сәсеүҙең кәрәгелә юҡ. Баҡсала бик тиҙ тарала. Еләктәре бешкәс, элеп киптерергә, моҡсайҙа йәки быяла һауыттарҙа еләген тирмәй генә һаҡлап тотонорға була, - тип кәңәштәрен бирә Аҫылбикә апай Мәжитова.
Айгөл Айытҡолова.
https://moradim.ru/articles/fay-aly-k-sht-r/2021-07-01/pe-el-ge-2417755