Шоңҡар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
13 Июль 2023, 08:45

Урамда тороп ҡалғандарға ярҙам ҡулы һуҙайыҡ

Икенсе ғаиләлә өләсәй өс ейәнен яңғыҙы ҡараған. Балаларҙың әсәһе былтыр мәрхүмә булған. Инәйгә тиҙҙән 80 йәш...

Урамда тороп ҡалғандарға ярҙам ҡулы һуҙайыҡ
Урамда тороп ҡалғандарға ярҙам ҡулы һуҙайыҡ

 

"Тыуған районым Әбйәлил районы Хәмит ауылында ҡот осҡос фажиғә тураһында ишетеп тетрәндем. Күрше ултырған дүрт өй янып киткән. Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай, тигәндәй, был эҫе, дауыллы көндәрҙә өс өй гөлп итеп янып бөткән..." Шулай тип яҙа сәхифәһендә Сәлиә Мөхәмәтғәлина. "Бер ғаиләлә 6 бала. Икенсе ғаиләлә өләсәй өс ейәнен яңғыҙы ҡараған. Балаларҙың әсәһе былтыр мәрхүмә булған. Инәйгә тиҙҙән 80 йәш...

Әлеге ваҡытта яҡындары, таныштары төрлө номерҙар аша ярҙам йыя. Ауылдағы Венер хәҙрәттең ҡатыны Лилиә Рәфҡәт ҡыҙының номерын һалам. Ул да йыйым ойошторған.
 89226271897 (Сбербанк картаһына бәйле)

Аллаһым был оло һынауҙы күркәм сабырлыҡ менән күтәреп сығырға ярҙам итһен инде яҡташтарыма".

Фото: Бәләнештә.

Автор:
Читайте нас: