Шоңҡар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
14 Июль 2023, 23:00

Әрем йыйып ҡалығыҙ

Әремде гинекологик сирҙәрҙә, ирҙәрҙең енес биҙе, бәүел юлы елһенгәндә, тән боҙолғанда, ашҡаҙан, эсәк, бауыр, йоҡолоҡ биҙе, бөйөр ауырыуҙарында ҡулланалар. Уны ҡулланыу эт, бесәй тотҡан кешеләргә файҙалы.

Әрем йыйып ҡалығыҙ
Әрем йыйып ҡалығыҙ

Әрем организмдағы инфекцияны үлтерә, йоҡоһоҙлоҡтан дауалай, нервыларҙы нығыта, матдәләр алмашыныуын тергеҙә, артыҡ тән ауырлығын кәметә. Әрем терапияһы бөтә елһенгән, шешкән процестарҙан дауалай, айырыуса аш һеңдереү, ашҡаҙан-эсәк юлдары, енес ағзалары зарарланғанда бик тиҙ арала дауалау көсөнә эйә. Әремде гинекологик сирҙәрҙә, ирҙәрҙең енес биҙе, бәүел юлы елһенгәндә, тән боҙолғанда, ашҡаҙан, эсәк, бауыр, йоҡолоҡ биҙе, бөйөр ауырыуҙарында ҡулланалар. Уны ҡулланыу эт, бесәй тотҡан кешеләргә файҙалы.

Дауаланыу курсына 100 грамм кипкән әрем етә.
Кипкән әремде ҡул менән ыуып, тишекле сүмес аша иләйбеҙ. Ни өсөн кипкән әрем кәрәк? Сөнки ул ашҡаҙан-эсәк юлы аша үтеп, бөтөн организмды таҙарта.

Әремде ҡоролай йотоп ебәрәбеҙ, ә иләнмәгәне клизмаға төнәтмә яһау, спринцовка, күҙгә, ҡолаҡҡа тамыҙыу йәки тамаҡ сайҡау өсөн бара.
Бер ай әрем менән дауаланыу миоманы шиңдерә ала. Әрем тәнде төрлө зарарлы организмдарҙан (трихомонада, хламидия, герпес, кандида, лямблия, эхинококк инфекцияларынан) таҙарта.
Әрем менән дауаланыу курсы - 7 көн. Тәүге өс көндә, ҡасан ашауға ҡарамаҫтан, 2 - 2,5 сәғәт һайынбер семтем кипкән әрем йоталар. Ауыҙға бер семтем әремде ҡабып төкөрөк менән ебетеп, артынан һыу менән йотоп ебәрергә кәрәк. Артабан дүрт көн көнөнә 5-6 тапҡыр эсергә.
Шуныһы мөһим, әремде кәм тигәндә 2,5 сәғәт һайын йотоп торорға, ә төндә туҡтатып торорға кәрәк.
7 көн буйына әрем терапияһы үткәндә ныҡлы диета тотоу фарыз: ит, һөт, балыҡ аҙыҡтарын, йомортҡа һәм шәрбәтле ризыҡтарҙы ашамай тороу мөһим.
Шулай уҡ спиртлы эсемлектәр, тәмәке тартырға ярамай. Тәмәке тартҡанда дауаланыуҙың өстән бер өлөшө юҡҡа сыға.

Был көндәрҙә йәшелсә-емеш, ярмалар, үҫемлек майы, картуф ашарға мөмкин. Икмәк ашауҙы ла сикләргә, киптереп ашарға ярай.
Әрем менән дауаланғанда хәлһеҙлек, булған ауырыуҙар көсәйеүе, быуындар һыҙлауы йәки бөйөр сәнсеп алыуы ихтимал. Былар организмдың ныҡлы таҙарыныуы тураһында һөйләй. Әгәр эрерәк таштар сыҡһа, ныҡ итеп сәнсеп ауыртыу күҙәтелә. Бындай осраҡта ҡан тамырҙарын киңәйтеү өсөн 2 таблетка но-шпа йәки бер таблетка папаверин эсергә кәрәк.

Әрем менән яҙлы-көҙлө дауаланыу яҡшы. Дауаланырҙан алда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Роза САФИНА.

Автор:
Читайте нас: