Шоңҡар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
16 Июль 2023, 13:01

Һолонан эсемлек файҙалы

Еңел генә әҙерләнә.

Һолонан эсемлек файҙалы
Һолонан эсемлек файҙалы

Еңел генә әҙерләнә. Иң тәүҙә ул ҡан өсөн файҙалы: шәкәрҙе һәм холестеринды түбәнәйтә. Авитаминоз мәлендә һәм мәтдәләр алмашыныу процессында организмға ярҙам итә. Теш эмален нығыта. Ябығырға теләүселәргә лә файҙалы. Уны нисек эшләргә һуң?Эсемлекте әҙерләү өсөн 3 литрлы банкаға 400 грамм йыуылған һоло, 4 аш ҡалағы шәкәр һәм таҙа һыуыҡ һыу ҡойорға. Өҫтөн ябып, һоло әсегәнсе (3-4 көн тирәһе) бүлмә температураһында тоторға. Шәкәр урынына 50 грамм йөҙөм менән 2 аш ҡалағы бал һалырға ла була. Был эсемлекте һыуһағанда ла, ас ҡарынлай ҙа эсергә була.

Автор:Ильфира Аккужина
 

Сығанаҡ: https://aulut.ru/

Автор:
Читайте нас: