Ауырып, хәл бөтөп йөрөгәндә: балан һутына бөтнөк төнәтмәһе ҡушып эсһәң, күҙ асылып китә. Бының өсөн 300 грамм баланды һыуҙа сайҡатып алғас, ярты стакан шәкәр ҡушып, 10 сәғәткә һалҡынса урынға ҡуйығыҙ. Ошо ваҡыт эсендә һарҡҡан һутты һығып алып, бер ҡалаҡ бал менән болғатып, графинға һалғас, бөтнөк төнәтмәһе ҡушырға кәрәк. Бөтнөк төнәтмәһе түбәндәгесә әҙерләнә: 2 ҡалаҡ киптерелгән бөтнөк үләненә ҡайнар һыу өҫтәп 15 минут тотҡас, һөҙөп алырға.
Тамаҡ ауыртһа: ике ҡалаҡ балан һутына бер ҡалаҡ лимон һуты менән бал, бер нисә тамсы һарымһаҡ һуты ҡушып, тамаҡты сайҡатырға.
Йыйырсыҡтарҙы бөтөрәм, тиһәгеҙ: балан һутын бәләкәй генә киҫәктәр итеп туңдырырға. Көн һайын берәүһе менән биткә массаж эшләргә. 10 көндән һуң бит ағарып, төрлө таптарҙан таҙарып, йыйырсыҡтар тигеҙләнеп ҡала.
Шулай уҡ битлек эшләһәң дә бит тиреһе таҙарып, ағарып китә: баланды иҙеп, бер балғалаҡ бал ҡушып болғатҡас, биткә һылап, 30 минут тоторға ла йыуып төшөрөргә.
Һалҡын тейһә, йүткергәндә: йыуан ғына алоэ япрағын йыуып, һутын 1 балғалаҡ самаһы һығып алырға. Уға 1 балғалаҡ бал, аҡ май ҡушып, төнгөлөккә эсеп ятырға.
Шулай уҡ 1 балғалаҡ алоэ һутына 1 балғалаҡ бал ҡушып, 1 стакан йылы һыуға һалғас, бер нисә тамсы лимон һуты тамыҙып, төнгөлөккә эсеп ятырға була. 10 көн дауам итергә.
Һалҡын тейгәндән һуң йүтәл үтмәй икән, 1 ҡалаҡ һуған һутына 3 ҡалаҡ кишер һуты, 1 балғалаҡ бал, балғалаҡ осонда аҡ май ҡушып, көнөнә өс тапҡыр эсергә.
2 ҡалаҡ киптерелгән гөлйемеш емештәрен ваҡлап 1 стакан ҡайнар һыу менән бешекләп, ярты сәғәт тоторға ла һөҙөп, стакандың өстән бер өлөшөн көнөнә өс тапҡыр эсергә. Был төнәтмә организмды нығыта, витаминға байыта. Ошо уҡ төнәтмәне йылы көйөнсә ашар алдынан 15 минут алда эсһәң, үт ҡыуыла.
БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.
Сығанаҡ:https://ejansura.ru/news/ynlk/2021-08-26/balan-a-bal-ush-2478389?ysclid=lmpqjj2x1p411736356