Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
10 Октябрь 2023, 07:55

Ҡабаҡтың шифаһы бар

Цинк тоҙҙары иһә ир-егеттәр өсөн айырыуса файҙалы, ирлек дәртенә ыңғай йоғонто яһай. Ҡабаҡ организмдан холестеринды сығара.

Ҡабаҡтың шифаһы бар
Ҡабаҡтың шифаһы бар

әмле генә түгел, бик күп файҙалы матдәләргә бай ул. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, гипертония, бөйөр, бәүел ҡыуығы ауырыуҙары, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда уңышлы ҡулланыла.
Был саҡта ҡабаҡты тары, дөгө, манный бутҡаларына ҡушып ашарға кәңәш ителә. Аҙ ҡанлылыҡ булғанда, колиттан яфаланғанда ла рационда был йәшелсәне арттырырға кәрәк. Һары һыу ауырыуы, йөрәк ауыртып, шешенгәндә лә ҡабаҡ ашау файҙалы.
Цинк тоҙҙары иһә ир-егеттәр өсөн айырыуса файҙалы, ирлек дәртенә ыңғай йоғонто яһай. Ҡабаҡ организмдан холестеринды сығара.
Майҙар, аҡһым, витаминдар һәм минераль тоҙҙарға бай булған тосо ла бик файҙалы. Борон-борондан уларҙы бабасыр төшөрә торған сара булараҡ беләләр.
Күңел болғанғанда ауырлы ҡатын­дар­ға һәм диңгеҙ ауырыуынан йонсоу­сыларға ҡабаҡтың яңы һығылған һутын эсергә кәңәш ителә. Шулай уҡ төнгө­лөккә ҡабул ителгән бер нисә ҡалаҡ һут нервы системаһын тынысландыра, тәмле йоҡоға булышлыҡ итә.
Ҡырғыстан үткәрелгән ҡабаҡты тиренең шешкән, елһенгән еренә ҡуялар, шулай уҡ бешкән йә туңған осраҡта, экзема ваҡытында файҙа­ланалар.
Ҡабаҡты ҡулланыу бер кемгә лә зарар килтермәй, уны ашҡаҙан һәм эсәк ауырыуҙары мәлендә лә ашау тыйылмай. Йәш балаларҙы туҡландырыу өсөн иҙмә йә бутҡа бешереү уңайлы. Аҙ калориялы аҙыҡ булараҡ, диета тотоусылар өсөн дә ул тик файҙаға ғына.

 

Автор:
Читайте нас: