Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
21 Октябрь 2023, 13:05

Холестеринды нисек кәметергә?

Ғәҙәттә, беҙ холестеринды кәметеү өсөн төрлө дарыуҙар ҡулланабыҙ.

Холестеринды нисек кәметергә?
Холестеринды нисек кәметергә?

Ғәҙәттә, беҙ холестеринды кәметеү өсөн төрлө дарыуҙар ҡулланабыҙ. Баҡтиһәң, унан арыныу өсөн өсөн рационды үҙгәртеү ҙә етә.

Йәшел төҫтәге йәшелсәләр (баллы борос, броколли, кәбеҫтәнең башҡа төрҙәре, петрушка, укроп, сельдерей, салат) файҙалы. Көнөнә 3 тапҡыр һарымһаҡ ашарға кәрәк, еҫен яратмаһағыҙ, бешерергә мөмкин. Һуғандың сейе генә файҙалы.

Кишерҙең дә сейен, бешерелмәгәнен файҙаланырға кәрәк. Уның һутын һығып эсә алаһығыҙ. Көн дә бер кишер ашағандар уның йоғонотоһон тиҙ һиҙер. Ҡуҙаҡлылар, һоло, йәшел алма, лимон әфлисун, грейпфрут та холестеринды кәметергә булыша.

Фото:newshay.com

Автор:
Читайте нас: