-5 °С
Ҡар
Яран гөлдәрен туҡландырырға ла онотмағыҙ, йод һәм водород перекисе сәскә атыуға ярҙам итә. 1 литр һыуға 1 ҡалаҡ водород перекисе һәм 2 тамсы йод өҫтәп, яҡшылап болғатырға.
Гөлгә һыу һибергә, ә ярты сәғәттән йодлы ашламаны һибергә була. Айына бер тапҡыр шулай туҡландырырға була.
Гөл һауыты бәләкәйерәк булған һайын, ҡупшыраҡ сәскә ата. Тар сүлмәктә ул тамырын ныҡ ебәрмәй, был иһә тиҙерәк сәскә атырға мөмкинлек бирә. Ғөмүмән, күп гөлдәр, сүлмәккә тамырҙарын тултырмайынса, сәскә атырға ашыҡмай.
https://kiziltan.ru