Шоңҡар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
31 Октябрь 2023, 13:09

Ялҡаулыҡты еңеү өсөн 7 ысул

Бүлмә уртаһына тороғоҙ йәки ултырығыҙ. Телевизорҙы ҡабыҙырға йәки телефон-фәлән ҡарарға ярамай. Бер нәмә лә эшләргә ярамай!

Ялҡаулыҡты еңеү өсөн 7 ысул
Ялҡаулыҡты еңеү өсөн 7 ысул

***
????Хәрәкәт ит
Әгәр энергияғыҙ етмәүен тойһағыҙ, хәрәкәт итә башлағыҙ. Үҙегеҙҙе еңегеҙ һәм эшкә тотоноғоҙ. Әкренләп процесҡа кереүегеҙҙе һәм эште дауам итергә теләүегеҙҙе күрерһегеҙ.
????Ваҡыт билдәлә
Эште үтәүгә үҙегеҙ өсөн ҡыҫҡа ваҡыт билдәләгеҙ. Кеше ваҡыттың «ҡыҫа башлауын” аңлаһа, ул эшкә ҡыҙыуыраҡ тотона.
????Кисектермә
Был пункт, моғайын, ялҡаулыҡҡа ҡаршы көрәш ысулдары араһында беренсе урынға лайыҡ. Һеҙ ҙә, моғайын, эштәрҙе һуңға ҡалдырырға күнеккәнһегеҙҙер. Һөҙөмтәлә, һеҙ тупланған бөтә бурыстарҙы һуңғы мәлдә үтәргә тотонағыҙ.
????Үҙеңде бүләклә
Эшегеҙҙе бөткәс үҙегеҙҙе нисегерәк бүләкләй алыуығыҙҙы уйлап табығыҙ. Бәлки, һеҙ яратҡан кафеғыҙға барырға йәки дуҫтарығыҙ менән байрам ойошторорға теләйһегеҙҙер. Эште башҡарыу барышында һеҙҙе көткән ауырлыҡтар тураһында уйламаҫҡа тырышығыҙ. Күберәк эштең һөҙөмтәһе тураһында уйлағыҙ, ә иң яҡшыһы, эште тамамлағас үҙегеҙгә тейешле бүләк тураһында уйлағыҙ.
????Эшеңде өлөштәргә бүл
Әгәр һеҙгә ҙур эште башҡарырға кәрәк икән, уны бер нисә бәләкәй эштәргә бүлгеләгеҙ. Шулай итеп, әгәр уның һәр өлөшөн әкренләп үтәй башлаһағыҙ, һеҙ барлыҡ эште тамамлай алаһығыҙ.

????Мөһим эшкә өҫтөнлөк бир
Ғәмәлдә, төп эште башламаҫ өсөн, һеҙ ниндәй булһа ла ғәҙәти көндәлек эште башҡараһығыҙ. Ашарға теләк килеп сыға, йыуылмаған һауыт-һаба тораһында, тикшерелмәгән почта-хаттар тураһында иҫкә төшөрәгеҙ. Әлбиттә, көндәлек эштәрҙе лә башҡарырға кәрәк. Әммә уларға бары тик бөтә өҫтөнөрәк эштәрҙе тамамлағас ҡына тотонорға кәрәк. Шуға күрә, һеҙгә иң тәүҙә нимәгә тотонорға кәрәклеген, ә ниндәй бурыстарҙы һуңынан ҡалдырырға йәки башҡа кешегә ышанып тапшырырға кәрәклеген билдәләргә кәрәк.
????Бер нәмә лә эшләмә
Ыһы, улай ҙа була. Бер ни ҙә эшләргә теләмәйһегеҙ икән, үҙегеҙгә шундай мөмкинселек бирегеҙ. Бүлмә уртаһына тороғоҙ йәки ултырығыҙ. Телевизорҙы ҡабыҙырға йәки телефон-фәлән ҡарарға ярамай. Бер нәмә лә эшләргә ярамай! Бер нисә минуттан был торош ялҡытасаҡ. Шул саҡта тиҙ арала ниндәй ҙә булһа эшкә тотонорға теләйәсәкһегеҙ!

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall171978721_10738?access_key=47e86415087dc656b3

Автор:
Читайте нас: