+2 °С
Болотло
Был бик эффектив һәм яҡшы ярҙам иткән ысул.
200 г ваҡланған тамырҙы 2 литр һыуҙа 20-30 минут ҡайнатығыҙ. Ике япманы ошо һыуға манып алып, ауырыуҙы 1,5-2 сәғәткә уларға төрөп һалырға кәрәк. Процедура ваҡытында йүкә сәскәһе, дегәнәк тамырына 2 сәй ҡалағы бал өҫтәп ҡайнар сәй эшләп эсергә. Был ысул организмды токсиндарҙан, тоҙҙарҙан таҙартырға, ҡысынғанда, химиотерапия, артрит, экзема, аллергия, Бехтерев ауырыуы, ревматизм ваҡытында ярҙам итә. Аҙнаһына 2-3 тапҡыр төрөнөргә кәрәк. Курс 10-15 процедура һәм унан күберәк.