-12 °С
Болотло
"Гөлдө кеше менән ярышып, унда булғас, миндә лә булһын тип үҫтерергә кәрәкмәй. Үҙеңдең күңелең ҡуша икән, үҙең ысын күңелдән яратһаң ғына үҫәсәктәр. Уларҙың да йәне бар. Әгәр, иғтибар иткәнегеҙ булһа, иң яратҡан һәм иғтибарҙы күп биргән гөлдәр шәп үҫә һәм шаулап сәскә ата. Етем бала һымағыраҡ бер ситтә ҡаралмай ултырыусы гөлдәр йонсоп үҫә алмай", - тип яҙа бер хужабикә.
Гөл-сәскәләре менән һөйләшеп, уларҙы маҡтап та, әрләп тә үҫтергән кешеләрҙе беләм. Һеҙ ҙә шулай итәһегеҙме?