

Сәхнәнән Айҙашевар ғаиләһе башҡарыуында халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы «Урал батыр» эпосы яңғырай. Кешелектең меңдәрсә йыл йәшәү дәүерен үҙ эсенә алған, халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға тапшырылған аҫыл мираҫын ныҡлы баҫып торған биш йәшлек Ислам айырыуса тырышлыҡ менән башҡара, ата-әсәһе лә улдарының эске рухи донъяһын ҡеүәтләп, уға ҡушылып эпосты һөйләйҙәр. Атаһының ҡулында, ипле тыңлап торған туғыҙ айлыҡ Нуритдин да эпостың сихри көсөнә арбалған. Һай, Афариндар! Бар бит халҡымдың ил күрке ғаиләләре! Ошондай ғаиләләрҙә быуындар бәйләнеше һаҡлана, мәҙәни мираҫты хөрмәт иткән, башҡорт рухы менән һуғарылған балалар тәрбиәләнә. «Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән», тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Ысынлап та бала өсөн ғаилә киләсәктә үрнәк, йәшәү маяғы булып тора.
Ярыш сәмен тойған, зирәк Ислам быйыл 29-сы майҙа Өфө ҡалаһында үткәрелгән финалда ҡатнашып «Урал-Батыр» эпосын яңғыҙ башҡарыусылар номинацияһында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн Башҡортостандың Мәғариф министрлығы дипломына һәм республикаһының яҡташтар берҙәмлеген үҫтереү-ярҙам итеү Ассоциацияһының махсус бүләгенә лайыҡ булған. Йәш башҡарыусы сығышында тамашасыларҙың, абруйлы баһалама ағзаларының күңелдәрен үҙенең сослоғо, саялығы, тырышлығы һәм отҡорлоғо менән яулап алған. «Исламдың һөйләүендә Уралдың батырлығы, әҙәм балаһына ҡалдырған изге васыяттары сағылыш тапты. Ул эпосты яттан ғына һөйләмәне, ә уның эстәлеген, йөкмәткеһен бик тәрән аңлап, рухланып Үҫәргән ырыуы теле менән башҡарҙы, тип баһалама ағзалары матур фекерҙәрен дә еткерҙеләр», – ти әсә бәхетле йылмайып. Шулай булмай ни Ислам Алмаз улы эпостың 225-тән ашыу юлын яттан һөйләгән бит! Ата-әсә иң беренсе улдарына эпосты үҙ аллы өйрәтһә, артабан район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ишемғолова ярҙамға килгән. Шулай уҡ «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә лә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерә Айҙашевтар ғаиләһе.
Лира Таҡалова
"Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенән