

Радий Хәбиров ялын Башҡортостанда үткәрә
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Красноусол» шифаханаһында республика шифаханаларын үҫтереү буйынса эшлекле кәңәшмә уҙғарҙы.
«Ялымды «Красноусол»да үткәрәм. Беҙҙең шифаханаларҙы ял итеү өсөн иң яҡшы урын тип иҫәпләйем. Был минең фекерем генә түгел, йыл һайын бында килгән республика халҡы һәм ҡунаҡтары ла шундай фекерҙә», — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Башҡортостанда һигеҙ дәүләт шифаханаһы асылған. Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, был республика милкендә ҡалырға тейешле ғәйәт ҙур ресурс.
«Беҙҙең шифаханалар мөһим социаль функция үтәй. Шул иҫәптән яугирҙәрҙең һәм уларҙың ғаиләләренең сәләмәтлеген нығытырға ярҙам итәләр. Шул уҡ ваҡытта был уңышлы предприятиелар ҙа. Уларҙың хеҙмәттәренә ихтыяж ҙур, улар ярайһы ғына аҡса эшләйҙәр һәм эшләп тапҡандарын предприятие үҫешенә һалалар. «Красноусол»да үҙ аҡсалары иҫәбенә фондты тағы ла 200 номерға арттырырға планлаштыралар. Был бер генә миҫал. Ошо тенденцияны һаҡлап ҡалыу һәм алға табан барыу мөһим.
Айырым мәсьәлә – балаларҙы шифахана-курорттарҙа дауалау. Беҙҙә балалар шифаханалары ла аҙ түгел, әлбиттә, улар ҙа аҡса һәм энергия талап итә. «Красноусол» һәм яҡында урынлашҡан Красноусол балалар шифаханаһы етәкселәренә инфраструктураны яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡуштым. Көҙ көнө уларҙы ентекләп тикшерербеҙ», – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе «Башинформ» хәбәрсеһе менән әңгәмәлә шифаханала ғаиләһе менән ял итеүен әйтте.
«Мөмкинлек булғанда күпмелер ваҡытты үҙеңә бағышларға кәрәк тип уйлайым, сөнки ул осраҡта һөҙөмтәләр ҙә башҡа буласаҡ. Һау-сәләмәт һәм көслө булғанда, кеше яҡшыраҡ эшләй. Шуға күрә мин бында. Һаулығымды нығыттым, бында бик яҡшы», – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре | МАХ
Эдуард Ҡусҡарбәков