

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәрби бурысын үтәгәндә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән махсус хәрби операция геройҙарын генерал Шайморатов ордены һәм миҙалы менән бүләкләне. Тантаналы сара Хөкүмәт кәңәшмәһе алдынан булды.
Генерал Шайморатов ордены Рәсәй Оборона министрлығының танк батальонын тәьмин итеү взводының хужалыҡ бүлексәһе командиры Павел Пстыгҡа тапшырылды. Сержант хәрби хеҙмәтен башлағанға тиклем Башҡортостан Хөкүмәте аппараты хеҙмәткәре була. Генерал Шайморатов миҙалы менән Алмаз Сафин исемендәге 3-сө мотоуҡсылар батальоны отделениеһы командиры Рим Әмирханов бүләкләнә.
– Һеҙҙең батырлыҡтарығыҙ тураһында уҡып барам, һоҡланам. Икегеҙ ҙә Геройыбыҙ Алмаз Сафин исемен йөрөткән батальонда хеҙмәт итә. Һәр хәрбиҙең батырлығы һаҡланырға һәм кешеләргә нисек асылыуы, дошманды нисек ҡыйратыуы тураһында һөйләнергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы спорт гимнастикаһы буйынса Европа беренселеге еңеүсеһе Полина Дмитриеваны һәм уның остазы Елена Кайгулованы бүләкләне. Елена Кайгулова Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән билдәләнде, ә йәш спортсы Полина Дмитриева Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты алды.
Радий Хәбиров шулай уҡ йәш гимнастканың ата-әсәһе Антонина һәм Юрий Дмитриевтарға рәхмәт белдерҙе.
– Афариндар! Яҡшы ныҡлы ғаилә, шундай йондоҙсоҡ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Республика спортсыларыбыҙҙың уңыштары менән ғорурлана, — тине Радий фәрит улы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 йәшлек Полина Дмитриева Хорватияла спорт гимнастикаһы буйынса Европа беренселегендә триумф менән сығыш яһаны. Стәрлетамаҡ
спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе бер юлы биш награда яуланы: дүрт алтын һәм бер көмөш миҙал.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор:Альфия Мингалиева