Шоңҡар
+17 °С
Облачно

Яңы лицейға уның исеме биреләсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы лицейҙы республикалағы белем биреү системаһының «иң юғары нөктәһе» тип баһаланы. Бында математиканы, информатиканы һәм башҡа теүәл фәндәрҙе тәрәнтен өйрәнеү өсөн һәләтле уҡыусылар өсөн заманса шарттар булдырыу күҙаллана.

Яңы лицейға уның  исеме биреләсәкЯңы лицейға уның  исеме биреләсәк
Яңы лицейға уның исеме биреләсәк



 Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлә. Ул Бәшир Рәмиев  исемен йөрөтәсәк.  Уны 2027 йылдың сентябренә тиклем тамамлау планлаштырыла.
Яңы лицей 360 уҡыусыға һәм 250 урынлыҡ ятаҡҡа иҫәпләнгән. Унда Башҡортостандың төрлө райондарынан һайлап алынған һәләтле балалар — 6-сы кластан 11-се класс уҡыусылары белем аласаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы лицейҙы республикалағы белем биреү системаһының «иң юғары нөктәһе» тип баһаланы. Бында математиканы, информатиканы һәм башҡа теүәл фәндәрҙе тәрәнтен өйрәнеү өсөн һәләтле уҡыусылар өсөн заманса шарттар булдырыу күҙаллана. 
Башир Рәмиев — Башҡортостанда тыуған күренекле ғалим һәм уйлап табыусы, совет иҫәпләү техникаһы үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхес.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас