Шоңҡар
+13 °С
Облачно

Лоҡмановтар ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға!

Ғаиләне ошо ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлайбыҙ, һәр береһенә ныҡлы һаулыҡ, татыу ғаилә, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ.

Лоҡмановтар ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға!Лоҡмановтар ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға!
Лоҡмановтар ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға!


Әбйәлил район ЗАГС бүлеге начальнигы Фәриҙә Әхмәтова ғаиләләге бишенсе баланы теркәне.
Гөлгөнә Әхтәм ҡыҙы менән  Һиҙиәт Химмәт улы Лоҡмановтарҙың татыу мөхәббәтле  ғаиләһендә  бишенсе бала –бәләкәй генә Руфина донъяға килде!
Бөгөн ғаилә сикһеҙ шатлыҡ кисерә.
Хәҙер был иҫ киткес ғаиләнең һәр береһе менән танышайыҡ:
Ғаилә башлығы аяҡ-ҡулы имгәнгәндәрҙе төҙәтеүсе билдәле костоправ, шулай уҡ, эре мөгөҙлө мал үрсетеү менән шөғөлләнә, Гөлгөнә Әхтәм ҡыҙы Дәүләт мәктәбенең физика, информатика уҡытыусыһы, Рузалинаға 10 йәш –әсәһенең төп ярҙамсыһы; Бәхтиәргә 8 йәш, һеңлеләренең ысын һаҡсыһы; Асель 6 йәштә, рәссам һәм хыялланыусы; Сабинаға 4 йәш, өйҙә бешкән бәлештәрҙе тәмләп ҡараусы баш белгес; Руфина — королева, сөнки бөтәһен дә үҙенә буйһондора!
Ғаиләне ошо ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлайбыҙ, һәр береһенә ныҡлы һаулыҡ, татыу ғаилә, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ.

"Осҡон" гәзитенән

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас