+7 °С
Ясно


"Бөгөн Салауат ҡалаһының 42-се балалар баҡсаһында Милли кейемдәр көнөнә арналған матур сара үтте. Милли кейемде кейеү менән, һәр балала ниндәйҙер үҙ милләтенә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ уянғандай булды. Төрлө милләт балалары төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәре, биҙәүес өлгөләре менән дә танышты. Беҙ, тәрбиәселәр ҙә, эшкә милли кейемдәрҙә йәки ниндәйҙер элементын тағып - милли биҙәүестәрҙә килдек. Минең өсөн милли кейем - тарих. Мәҫәлән, өләсәйемдән ҡалған камзул минең өсөн иң ҡәҙерле ҡомартҡы", - ти тәрбиәсе Рәйлә Латыпова.