Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
19 Июль 2023, 17:50

Оҫтабикә Әнисә

Белем-тәжрибәһен студенттарға биреү менән сикләнмәйенсә, бар теләгән кешеләр менән йомарт уртаҡлаша: үҙебеҙҙә, Свердловск, Силәбе өлкәләрендә мастер-кластар үткәрә.

Оҫтабикә Әнисә
Оҫтабикә Әнисә

Учалыбыҙ - бөркөт

Өфөлә үткән “Китап-Байрам” Халыҡ-ара фестивалендә “Башҡортостан Республикаһының сигелгән картаһы” проекты ла презентацияланды, ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Һәр район, үҙ үҙенсәлектәрен сағылдырып төбәктәренең картаһын туҡымала һүрәтләне, һуңынан бар өлгөләр ҡорама туҡыма рәүешендә беркетелә.

  Учалы тәбәге картаһын Әнисә Хәжиева (Хәлитова) әҙерләне. Әнисә Әнүәр ҡыҙы – Башҡорт дәүләт педагогия университетының  художество-графика факультетын тамамлағас, Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында “Декоратив-ҡулланма сәнәғәт һәм халыҡ кәсептәре” бүлексәһендә эшләй, юғары категориялағы уҡытыусы. Үҙе лә хәҙер киң танылған алтын ҡуллы оҫтабикә. Өфөлә, Учалыла бер нисә тапҡыр персональ күргәҙмәләр ойошторолоу хәрмәтенә ирешә, төрлө кимәлдәге бихисап фестиваль-конкурстар призеры йә дипломанты, ә  нисә тапҡыр мәҙәни сараларға ижад өлгөләрен  күрһәтергә саҡырыла – бының осона ла сығырлыҡ түгел!

Белем-тәжрибәһен студенттарға биреү менән сикләнмәйенсә, бар теләгән кешеләр менән йомарт уртаҡлаша: үҙебеҙҙә, Свердловск, Силәбе өлкәләрендә мастер-кластар үткәрә. Төҫ-ҡиәфәткә йәш күренһә лә, 23 йыл педагогик стажға эйә бит, шул иҫәптән 17 йылы - Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында. Шулай уҡ башҡорт туҡыусылығы, милли ҡурсаҡтар, элекке ауыл көнкүреше тураһында семинарҙарҙа докладтар яһай, гәзит-журналдарҙа сығыш яһай һәм башҡаса пропагандалай

 

-Мин үҫкән ғаиләлә “ир эше – ҡатын эше” тип айырып бүлеү бөтөнләй булманы,олатай, өләсәй, атай, әсәй – барыһы ла машинала тегә, бәйләй, туҡый белделәр. Хәтерҙә, атайым тегеп биргән күлдәкте бик шатланып оҙаҡ кейҙем ( Әнүәр Йәғәфәр улы – сығышы менән Йәһүҙә ауылынан, оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәт итеп,  грамоталы белгес булараҡ абруй ҡаҙанды, халҡыбыҙ тарихын да яҡшы белер ине. – Авт.) Шуғалыр ҙа, туғаным да, үҙем дә бала саҡтан ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһындыҡ, һөнәрҙе лә декоратив-ҡулланма сәнғәт йүнәлешендә һайланым, - ти ул.- Быуындар күсәгилешлеге әле лә күҙәтелә – ҡыҙыбыҙ кейеҙ баҫыу, туҡыусылыҡ менән шөғөлләнә, ә 10 йәшлек улыбыҙ хәҙер инде икенсе йыл миңә түшелдеректәр яһарға ихлас ярҙам итә.

  Оҫтабикә ныҡ бирелеп, кинәнеп тотона яуаплы эшкә, төбәгебеҙҙе бөркөт рәүешендә һүрәтләй. Беренсенән, картаға ҡарағанда, районыбыҙ, ысынлап та, күккә ынтылған ҡошто хәтерләтә. Икесенән, Учалы кешеләренең рухы ла тап “ҡоштар батшаһыныҡына” оҡшаш –ғорур, ҡыйыу, бер ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан алға талпыныусан. “Был образ күптән күңелгә килгәйне, төрлө эмблемаларға ла ҡуйып ҡараным, әммә иң уңышлыһы тап был карталалыр”, - ти Әнисә Әнүәр ҡыҙы.

   Был төр сәнғәттә символизмдар күп булырға тейеш. Зигзаг рәүешендәге нағыштар – Яйыҡ йылғаһын, төбәгебеҙҙең фауна һәм флораһы, йәғни йәнлек-кейек һәм үҫемлектәр донъяларын һүрәтләй. Бөркөттөң муйынсағы – Уралтау һырты. Ҡойроҡ, йәғни райондың көнсығыш тарафындаға дүртмөйөштәр – Ахун менгирҙары. Төп хазинабыҙ – баҡыр һәм цинк туҡымалағы картинала металл һәм бисер менән сағылдырыла. Фирүзәләр – Ҡалҡан, Өргән, Ҡарағайлы, Оҙонгүл һәм Әүеш күлдәре.   Ә панноның төҫ гаммаһы Учалы йәшмәһен хәтерләтә. Белгес булмағас, яҙып аңлатыуы ҡыйыныраҡ, ҡыҫҡа  һүҙ менән – матур ҙа  килеп сыҡҡан, бындай төр  эштәргә ҡуйылған талап-ҡанундарға ла тулыһынса яуап бирә.

Афарин, Әнисә туған!

Илфат Янбаев

Автор:
Читайте нас: