Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Июль 2022, 19:13

Радий Хәбиров Белоруссия менән хеҙмәттәшлек тураһында һөйләне

Башҡортостан менән Беларусь араһында хеҙмәттәшлек дауам итә.

Радий Хәбиров Белоруссия менән хеҙмәттәшлек тураһында һөйләне
Радий Хәбиров Белоруссия менән хеҙмәттәшлек тураһында һөйләне

Башҡортостан менән Белоруссия араһындағы тауар әйләнеше бөгөн 400 миллион доллар самаһы тәшкил итә. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров журналистарға Рәсәй Федерацияһы Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь Республикаһы Советы рәйесе Наталья Кочанованың ике илдең төбәк дәүләт власы органдары етәкселәре менән осрашыуынан һуң хәбәр итте.

Осрашыу Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең IХ Форумы сиктәрендә үтте.

Төбәк етәксеһе 2021 йылдың декабрендә Башҡортостан делегацияһының Белоруссия президенты Александр Лукашенко менән осрашыуын иҫкә төшөрҙө. Ул саҡта тауар әйләнешен дүрт тапҡырға - ике миллиард долларға тиклем арттырыу бурысы ҡуйылғайны.

Башҡортостан менән Беларусь араһында хеҙмәттәшлек дауам итә, тип билдәләне Радий Хәбиров. Ә 2023 йылда Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х юбилей форумы үтәсәк.

«Дөйөм алғанда, беҙ көндәлек төбәк-ара хеҙмәттәшлек кимәленә сыҡтыҡ, ул беҙгә һөҙөмтәлерәк эшләргә мөмкинлек бирә», - тине Башҡортостан Башлығы.

Фото: glavarb.ru.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: