Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иҡтисад
7 Июль 2022, 04:25

500 мең һумға тиклем грант бирелә

Ул кемдәргә бирелә һуң?

500 мең һумға тиклем грант бирелә500 мең һумға тиклем грант бирелә
500 мең һумға тиклем грант бирелә

Башҡортостанда бизнес-проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 100 меңдән 500 мең һумға тиклем гранттарҙы 25 йәшкә тиклем эшҡыуарҙар алырға мөмкин. Аҡсалар конкурс нигеҙендә шәхси  эшҡыуарҙарға һәм юридик берәмектәргә бирелә, был осраҡта йәш кеше компанияның 50 проценттан артыҡ өлөшөнә эйә булырға тейеш. Башҡортостанда был сара "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ   башланғыстарына ярҙам итеү" дөйөм дәүләт проектын ғәмәлгә ашырыу ярҙамында тормошҡа ашырыла. 

– Шул рәүешле беҙ йәштәргә ярҙам итергә иҫәп тотабыҙ. Грант алыуға конкурста ҡатнашыу шарттары ябай: эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнеү тураһында сертификат, проект хаҡының 25 проценты күләмендә үҙ аҡсаһы һәм килешеү төҙөү өсөн электрон цифрлы ҡултамға кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ грант алыусы эшмәкәрлеген һаҡлап ҡалырға һәм министрлыҡҡа өс йыл дауамында иҫәп-хисап тоторға тейеш буласаҡ, – тип билдәләп үтте Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

"Йәштәр эшҡыуарлығы" йүнәлеше буйынса Башҡортостан Республикаһының уҡытыуҙы "Минең бизнес" үҙәге үткәрә. Ғаризалар 15 июлгә тиклем ҡабул ителә, https://investrb.ru/ru/press-center/event/obrazovatelnaya-programma-molodezhnoe-predprinimatelstvo-/ һылтанмаһы буйынса яҙылырға мөмкин. Курсты бөтөрөү һөҙөмтәләре буйынса бирелә торған сертификаттың ғәмәлдә булыу срогы бер йыл тәшкил итә. Конкурсҡа шулай уҡ Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһының "Эшҡыуар әлифбаһы" йәки "Эшҡыуар мәктәбе" белем биреү программалары буйынса алынған сертификаттар ҡабул ителә.

Конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә башланыуын иғлан итеү тураһында Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сайтында урнаштырыла. Документтар Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында ҡабул ителәсәк. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 218-08-26, 218-12-58.

Фото: infosmi.net

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас