Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Иҡтисад
30 Август 2022, 07:55

Уҡытыусыларға - 40 мең һум

Йәш уҡытыусыларға Башҡортостан хөкүмәте гранттары тапшырыла

Уҡытыусыларға - 40 мең һумУҡытыусыларға - 40 мең һум
Уҡытыусыларға - 40 мең һум

"Башинформ" хәбәр итеүенсә, йәш уҡытыусыларға Башҡортостан хөкүмәте гранттары тапшырыла. 29 августа премьер-министр Андрей Назаров тейешле указға ҡул ҡуйған. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

«Һәр береһе 40 мең һумлыҡ гранттар ике йылға бер тапҡыр конкурс нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеларының иң яҡшы 25 йәш уҡытыусыһына бирелә», — тип белдерҙеләр Мәғариф һәм фән министрлығында.

Грант алыусыларҙың исемлеге менән бында танышырға мөмкин.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас