Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иҡтисад
17 Октябрь 2022, 04:49

Иглин районында юл буйы кафеһы төҙөләсәк

Кафела 20 яңы эш урыны булдырыла.

Иглин районында юл буйы кафеһы төҙөләсәкИглин районында юл буйы кафеһы төҙөләсәк
Иглин районында юл буйы кафеһы төҙөләсәк

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Иглин районында юл буйы кафеһы төҙөләсәк. 

Үҫеш корпорацияһы Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән берлектә юл буйында яңы комплекс төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан "Фортуна" инвестиция проекты ошо көндәрҙә Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән.

— Проекттың маҡсаты — пассажирҙар һәм йөк ташыуҙың сифатын, ышаныслылығын, хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Комплексҡа автомобиль йыуыу, кафе һәм транспорт сараларын хеҙмәтләндереү мөмкинлеге булған туҡталҡа инәсәк. Инвестор объектты Иглин районына урынлаштырырға ниәтләй, — тине Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Загида Мусина
Читайте нас