

Башҡортостан юлдаш телеканалында үткән бөгөнгө брифингта мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин балалы ғаиләләргә республиканан күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында һөйләне.
Мәҫәлән, аталары мобилизацияланған балалар балалар баҡсаһына сираттан тыш алыныу мөмкинлегенә эйә. Шул иҫәптән, йәш ярымға етмәгәндәре лә. Бының өсөн урындағы хакимиәттең мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә һәм мобилизация тураһында белешмә тапшырырға кәрәк.
– Белгестәр ашығыс рәүештә яҡындағы балалар баҡсаһынан урын табыр, һәм сабый ҡабул ителер. 1,5-7 йәшлек балалар тәрбиә һәм ҡарау өсөн түләүҙән азат ителә, йәғни баҡсаға бушлай йөрөйәсәк. Атайҙары махсус хәрби операцияла булған уҡыусылар бушлай йылы аш ала, шул иҫәптән башланғыс мәктәптәгеләр ҙә, 5-11-се кластағылар ҙа, – тине министр.
Бынан тыш, башланғыс класс уҡыусылары өсөн оҙайтылған көн төркөмө ойоштороласаҡ. Әгәр мәктәптә ул булмаһа, әсәнең ғаризаһы буйынса асасаҡтар.
Барлыҡ кәрәкле мәғлүмәтте Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәләрендә һәм ведомство сайтында табырға мөмкин.