

Волга буйы федераль биләмәһе буйынса уҡыусылар араһында үтәсәк "Киләсәк коды" проектында ҡатнашыу өсөн заявкалар ебәреү буйынса Башҡортостан икенсе урында тора.
Министр Геннадий Разумикин белдереүенсә, бөгөн һәр икенсе уҡыусы үҙен киләсәктә программист итеп күрә икән.
Бер ай эсендә генә Башҡортостандан дүрт мең ғариза яҙылған, шуларҙың ике меңе офлайн уҡытыуға ебәрелгән.
"Киләсәк коды" бушлай белем биреү проекты "Һанлы иҡтисад" милли проекты сиктәрендә ойошторолған. Бында 8-10 класс уҡыусыларын ике йыллыҡ курстарҙа уҡытыу ҡаралған. Улар программалау серҙәренә өйрәнә, ниндәй уҡыу йортон һайлаясағын асыҡлай.
Фото: Башинформ.
#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана