+22 °С
Дождь


Йылайыр районы Сәләх ауылы "Айыҡ ауыл-2021" конкурсында бәләкәй ауылдар араһында еңеүсе булып сыҡты.
Әлеге көндә Сәләхтә ял паркы төҙөү эштәре гөрләй. Унда спорт майҙансығы, сәхнә, аллея, эскәмйәләр буласаҡ, асфальт түшәләсәк. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һәйкәле яңыртыла.
"Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсында беренсе урын яулап алған 3 млн сертификат иҫәбенә башҡарыла был эш.