Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Иҡтисад
3 Ноябрь 2022, 12:16

Эшһеҙ ҡалмаясаҡтар

Быйыл   ҡайһы бер сит ил компаниялары Рәсәйҙән киткәйне. 

 

 

Быйыл Рәсәйҙән киткән сит ил компаниялары хеҙмәткәрҙәре эшһеҙ ҡалмаясаҡ. Уларҙың күбеһе юғары квалификациялы. Шуға ла эшһеҙ ҡалғандарҙы илебеҙ фирмаларында көтәләр.

 

Аналитиктар мәғлүмәте буйынса, илдәге эшһеҙлек хәҙер тарихи минимумда (3,8%), шулай ҙа күп кенә ергә эшселәр талап ителә. Башҡортостанда һуңғы ярты йылда эшһеҙлек кимәле 3,3 процентҡа тиклем түбәнәйгән. Республикала 44 мең вакансия бар.

Зарплата. ру сайты аналитиктары халыҡ-ара фирмаларҙың 2000 хеҙмәткәренән һорау алып, киләһеләрҙе асыҡлаған:

 

— Сит ил компанияларынан киткәндәрҙең 67% түләүҙәр һәм бер нисә окладлы эш хаҡы алған;

 

— Ҡыуылырға тура килгәндәрҙең 78% инде эш тапҡан;

 

—Респонденттарҙың 50 проценты яңы урында юғарыраҡ эш хаҡы ала башлаған;

— Респонденттарҙың 34 проценты сит ил компанияларында эшләүен дауам итә.

 

Фото:www.kp.ru

Автор:Загида Мусина
Читайте нас