

"Шина" эко - акцияһы башланды
Республикал «Шина» экологик кампанияһы үткәрелә.
Ул тирә-яҡ мөхитте иҫке шиналарҙан сүплектәр барлыҡҡа китеүҙән һаҡлай һәм "Экология" милли проектын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итә. Иҫке шиналарҙан балалар уйын майҙансыҡтары өсөн йомшаҡ өҫлөклө ҡапланма өсөн яңы материал етештерелә. Уларҙы ҡабул итеү урындары республиканың барлыҡ төбәктәрендә ойошторолған. Был сара ярҙамында һәр кеше машинаһының иҫке шинаһын бушлай тапшыра аласаҡ.
Автомобиль шиналары составында тышҡы йоғонтоға ҡаршы тороусы күп компоненттар бар. Шиналар яңы тормош алғас, бындай үҙенсәлектәр файҙалы буласаҡ. Шиналарҙың каучук өлөштәре ваҡлана. Унан яңы шиналар, каучук өҫлөктәр һәм аяҡ кейеме яһала. Был сеймал асфальт плитәләргә, йүгереү трассаларына, спорт һәм уйын майҙансыҡтарына өҫтәлә.
Иң мөһиме, акция һөҙөмтәһендә йыйылған шиналар "дөрөҫ" утилләштереү өсөн ебәреләсәк һәм ҡайһы бер сүплектәрҙән арынасаҡбыҙ.
Сығанаҡ: Башинформ
#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана