

Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылынан Ринат Исхаҡов - кәрзин, һандыҡ-бишектәр, йорт ҡоштарына оял яһаған оҫта.
Бәләкәйҙән ағас эшенә ҡыҙыҡһыныуы көслө булһа ла, мәктәпте тамамлағас, Бәләбәйҙә Ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу техникумында уҡып, механик һөнәрен алып сыға.
Ринат Исхаҡов хеҙмәт юлын тыуған ауылындағы колхозда механик, инженер булып башлай, артабан Себер яҡтарында вахта ысулы менән эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас ағас эшенә тотона. Хәҙер буш ваҡыты юҡ тиерлек, һәр ваҡыт станок артында.
Ринат ағайҙың һәр башланғысына дәрт-илһам биреп торған тормош иптәше – Зәйтүнә Ибәтулла ҡыҙы. Мәктәп эскәмйәһенән үк дуҫлашып, йәшләй өйләнешеп, хәҙер инде 39 йыл бергә донъя көтә улар. Был ваҡыт эсендә ҡыҙҙары Ләйсән, улдары Рәзиф тә үҫеп етеп, хәҙер үҙ ғаиләләрен ҡорған. Бөгөн Зәйтүнә апай менән Ринат ағай – дүрт ейән-ейәнсәргә олатай һәм өләсәй.
Фото: https://bashgazet.ru