+22 °С
Ямғыр


Туймазы ҡалаһынан ун алты уҡыусы ҡурҡыныс вирус йоҡторған. Серафимовка ауылында ике һәм Түбәнге Троицкийҙа бер мәктәп уҡыусылары дистанцион уҡыуға күсерелгән. Уларға сысҡан ауырыуы йоғоуы ихтимал.
16 бала йоғошло сиргә эләккән, өсәүһенең бөйөрө эшләүҙән туҡтаған. Балалар ата-әсәләренә мәктәп кабинеттарында сысҡандарҙы күреүен әйткән.
Әле бүлмәләрҙә һәм эргә-тирәләге биналарҙа дезинфекция саралары үткәрелгән.