Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иҡтисад
30 Ноябрь 2022, 10:12

Һыуға, газға һәм электр утына хаҡ арта

Коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙы киләһе йылдың йәйендә арттырыу көтөлә ине.

Һыуға, газға һәм электр утына хаҡ артаҺыуға, газға һәм электр утына хаҡ арта
Һыуға, газға һәм электр утына хаҡ арта

1 декабрҙән илдә коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифтар арта. Атап әйткәндә, электр утына хаҡт туғыҙ, газға 8,5 процентҡа күтәрелә. Һыу тәьминәте, йылылыҡ, төбәк операторҙары күрһәткән хеҙмәттәргә лә 9 процентҡа тиклем хаҡ арта.

Коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙы киләһе йылдың йәйендә арттырыу көтөлә ине. Әммә ил етәкселеге иҡтисади шарттарҙы иҫәпкә алып үҙгәрештәрҙе быйылға күсерергә ҡарар иткән. Һөҙөмтәлә киләһе индексация йыл ярымдан һуң ғына- 2024 йылдың 1 июлендә көтөлә. Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, коммуналь хеҙмәттәргә дөйөм түләүҙәр 9 проценттан артмаясаҡ.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас