Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Иҡтисад
3 Декабрь 2022, 16:53

13 йәшлек парикмахер

Хәҙер Нурислам уҡыуын да һәм эшен дә бер юлы алып бара.

13 йәшлек парикмахер13 йәшлек парикмахер
13 йәшлек парикмахер


Өфөлә етенсе класс уҡыусыһы Нурислам Кәлимуллин — тырыш малай. Мәктәптән һуң ул бөҙрәханаға эшкә йөрөй. Бала саҡтан эшҡыуарлыҡ менән мауыға. Йәйге каникулда ул тиҫтерҙәре менән туп типмәй, ә йәш эшҡыуарҙар өсөн ойошторолған лагерға бара. Тимер йыйып тапшыра һәм башҡа аҡса эшләү мөмкинлектәрен өйрәнә.

 "Әсәйем матурлыҡ салонында эшләй, шуға күрә миңә һәр ваҡыт уларҙың эшен ҡарау оҡшаны. Мине һәр ваҡыт ундағы мөхит йәлеп итте".

Бер ай буйы малай яңы образдар яһарға, һаҡалды тигеҙләргә өйрәнә, шунан һуң имтиханды уңышлы тапшырып, диплом алыуға өлгәшә. Хәҙер Нурислам «Теләгәнсә түлә» акцияһы буйынса эшләй. Уҡыусыға 14 йәш тулғас, ул рәсми рәүештә эшкә урынлашасаҡ.

Ҡайһы берҙәр быға ғәжәпләнгән, бәләкәй генә малайҙың сәс ҡырҡыуына ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә табылған. Шулай ҙа Нурисламға балалар йыш килә башлаған. Тимәк, был һөнәрҙә йәш төп күрһәткес түгел, ти йәш парикмахер.

Хәҙер Нурислам уҡыуын да һәм эшен дә бер юлы алып бара. 18 йәшендә ул үҙ салонын асырға хыяллана.

Фото: Башҡортостаным/яңылыҡтар

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас