Шоңҡар
+2 °С
Облачно
Иҡтисад
9 Декабря 2022, 04:44

Туймазыла яңы предприятие буласаҡ

Проект «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралып өҫтөнлөклө билдәһе алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Туймазыла яңы предприятие буласаҡТуймазыла яңы предприятие буласаҡ
Туймазыла яңы предприятие буласаҡ

Туймазыла метиздар етештереү предприятиеһы барлыҡҡа киләсәк. Проект «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралып өҫтөнлөклө билдәһе алды. Республика етәксеһе был эште башлап ебәреүсе йәштәрҙе хуплап уларға һәр яҡлап та ярҙам күрһәтеү кәрәклеген белдерҙе. Әле предприятие ҡулланылған металл йыйып, уны эшкәртеп башҡа заводтарға оҙатыу менән генә мәшғүл. Шуға ҡарамаҫтан сеймал әйләнеше көсәйә һәм ойошма ла ҡеүәтен арттыра. Хәҙер инде цехтарҙы киңәйтеү, етештереү эшен дә яйға һалыу мөмкин, ти эшҡыуарҙар.

#нацпроект #национальныепроектыБашкортостана #миллипроект

 

 

Автор:
Читайте нас