Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Иҡтисад
16 Декабря 2022, 04:23

Атай, һине күрҙем...

Тик мин ул ваҡытта булмағанмын. Һуңлап тыуғанмын мин... Шуның менән бәхетһеҙмен дә инде.

Атай, һине күрҙем...Атай, һине күрҙем...
Атай, һине күрҙем...

Төшөмдә атайымды күрҙем. Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр һәм, бәлки, һуңғы тапҡыр... Ғөмүмән, беренсе мәртәбә күреүем булды ул. Атай үлгәндә, мин тыумағанмын әле. Һөйләшә башлағас, өйөбөҙҙөң стенаһында торған атайыбыҙҙың фотоһына ҡарап, “бабай” тип йөрөгәнмен.
Шулай көндәр үтә торҙо. Мин үҙебеҙҙең ишек алдынан урамға, башҡа тиңдәштәрем араһына уйнарға сыға башланым. Һәм шунда бөтә кешеләрҙең дә атаһы булырға тейеш икәнлеген аңланым. Тик өйҙәгеләр генә һыр бирмәнеләр, һәүетемсә йәшәй бирҙеләр. Хәйер, атайҙан ҡалған әйберҙәр ҙә һәр береһенә тигәндәй бүленеп бөткәйне. “Чайка” гармуны, ҡурайҙары, шахмат-шашка, кәрәкле ҡоралдар, келәттәге ике “Орион” фотоаппараты, фото эшләү ҡорамалдары, диафильм, патефон һәм иҫ китес күп пластинкалары, китаптары, үҙ ҡулдары менән һәр береһенә инселәп эшләгән сувенирҙары. Өйҙәгеләрҙең “атайым апиргән” тигән уйынсыҡтары һәм ҙур ғаиләбеҙҙең һәр ағзаһының хаттин ашҡан фотолары... Бала саҡтағы беренсе уйланыуҙарым да шуға бәйле – кистәрен диафильмды мейескә тоҫҡап ҡуйып, пленкаларҙағы һәм ҡатырға ҡумталағы фотоларҙы ҡарарға яраттыҡ. Һәр фотоны алып, ундағы апай-ағайҙарымдың бала сағын таныған һайын “ә мин ҡайҙа?” тигән һорау тыуа ине башымда. Беҙҙең атай фотограф булған, төшөргән фотоларын төндәрен эшкәртеп, башҡалар йоҡонан тороуға уларҙы киптерергә элеп-теҙеп бөтә ине, тиҙәр. Эх, ҡалай күңелле булған... Тик мин ул ваҡытта булмағанмын. Һуңлап тыуғанмын мин... Шуның менән бәхетһеҙмен дә инде.
Үҙемдең бәхетһеҙ икәнемде ун өс йәштәрҙә ныҡлап төшөндөм. Өйҙәгеләрҙең: “Атайым шулай була торғайны...”, “Мин атайым менән шунда барғайным...”, “Атайым миңә шуны эшләп бирҙе, быны эшләне...” – тигәндәренән үҙемдең атайһыҙлығым тамам үҙәгемә үткәнен аңланым. Төндәрен, бөтәһе лә йоҡлап киткәс кенә, юрған аҫтында һулҡылдап илап ята торғайным. Мин ниндәй бәхетһеҙмен... Исмаһам, атайҙы бер генә тапҡыр күрергә ине. Ҙур ҡулдарының йылыһын тойорға ине. Башымдан һыйпап, бер генә тапҡыр булһа ла: “Ҡыҙым”, – тип әйтһә ине. Ҡәберенә барһаң, ул һинән бер метрҙай ғына алыҫлыҡта була. Ул шул хәтлем яҡын, хатта ҡәбер ташына, уратып алған рәшәткәһенә тейһәң, йылыһын тояһың, тик күреп булмай үҙен... Терһәгеңде тешләп илаһаң да, күреп булмай.
Илауҙар менән үткән төндәр һайын атайым бер генә тапҡыр төшөмә инһә ине, тип хыяллана башланым. Көндөҙ бөтәһе менән бер тиң уйнаным, уҡыным, йәшәнем, әммә үҙемә йомолдом. Мин был ерҙә артыҡ һымаҡ инем, яңылыш тыуған һымаҡ булдым. Атайһыҙлыҡ тойғоһо менән бөтәһенән дә кәм инем. Шулай булмай ни, бөтәһенең дә атайҙары бар... Хәҙер булмаған хәлдә лә, барыбер, улар ҡасандыр уны күреп өлгөргәндәр, яратылып өлгөргәндәр...
Бөтә кеше ниндәйҙер хәстәр, ваҡ-төйәк мәшәҡәт, ығы-зығы менән йәшәгәндә, миндә бер ҡасан да күрмәгән атайҙы һағыныу һәм юҡһыныу менән һуғарылған бер хыял йәшәне. Нимә генә эшләһәм дә, йөрәкте өйкәп тик торҙо ошо хәсрәтле хыял.
Хатта бер ваҡыт, яңғыҙлыҡта донъя көтөү мәшәҡәттәре үҙәгенә үткән әсәй: “Йәнемде көйҙөрөп тормаһын, үҙе булмағас”, – тип стеналағы теге фотоны алып ташлағанда ла, эстән генә атайҙы яҡлашыу хисе барлыҡҡа килде. Бесән эшләгәндәге, ҡышҡылыҡҡа утын-бесән алдырғандарҙағы михнәттәр әсәйҙең атайға булған үпкәһен арттырҙы ғына, шикелле. Өйҙәгеләр атай тураһында нимәлер һөйләһә, әсәй беҙҙең бөтәбеҙҙе бергә ҡушып: “Эскесе балалары... Бер рәхәт күрһәтмәй үлеп китте... Хәҙер ята шунда балаларынан, эштән ҡасып”, – тип әрләр ине. Хатта атайым йәш сағында ҡунаҡтан эсеп ҡайтып, әсәйгә ҡул күтәргәнендә, төндәрен бәләкәй балалары менән әсәй тышта ҡасып, ҡайҙа һикәлтә аҫтында, ҡайҙа һарай башында йөрөгәндәрен һөйләгәндәрендә лә, миндә ул “яман” атайҙан биҙеү тойғоһо, уны насар күреү ғәҙәте булманы. Мине төңөлдөрә алманылар. Нисек кенә насарлаһалар ҙа, яҡшы яҡтарын һөйләп маҡтап иҫләһәләр ҙә, миңә барыбер ине. Ниндәй булһа ла атайың булһын ине ул, тип кенә уйландым.
Йылдар үтте, минең яралы бала сағым, тәүге тапҡыр ҙур ҡайғы кисергән үҫмер сағым да үтте. Ә йәшлек ваҡыты ниндәй генә күңелле, ғәмһеҙ һәм мәшәҡәтле булмаһын, барыбер теге бала саҡтағы хыялды бер ниндәй ҙә донъя йөгө лә, ығы-зығы ла баҫа алманы. Ҡайһы берҙә үҙ-үҙемә асыу ҙа килеп китә, үлгән кешене кире ҡайтарып булмай һәм уны бер ҡасан да ер өҫтөндә күреү мөмкинлеге юҡ тип... Шулай ҙа мине хыялланыуҙан бер кем дә тыймаған бит әле, тип уйланым. Һәр кемдең дә хыялланырға хаҡы бар. Тик минең атайым булмауы өҫтәүенә хыялдарымдан да төңөлдөрөргә тырышыусылар табылды. Өлкән туғандарымдың үҙҙәренең бала сағы атайлы булғас ни, минең һағышлы, яралы күңелде тағы ҡыйратырға ла телдәре ҡысып ҡына торҙо. “Атай тип, атайың менән хыялланаһың да йөрөйһөң, әйтерһең, шунан башҡа ҡайғың юҡ. Етер, һөйләп, уйлап йөрөмә!” – тип тыйып уҡ ҡуйҙылар. Был һүҙҙәре менән минең уларҙың аталарына бер ниндәй ҙә хаҡым юҡ икәнде тағы бер тапҡыр аңлаттылар. Мин хәҙер уларҙың атаһын бөтөнләй һөйләргә, хатта уйларға ла тейеш булманым. Был һүҙҙәре мине атайлы туғандарҙан ситләштерҙе генә. Мин башҡа, айырым башҡа... Туғандарым менән бер әсәнән, бер атанан тыуһаҡ та, башҡа кеше икәнлегемде аңланым.

***
Бәләкәй саҡта уйнап үҫкән Алағуян буйҙарында көҙ. Ямғырлы булмаһа ла, һағышлы, ҡараңғы, ҡара көҙ. Уның шырлыҡ тал, муйыл ағастары араһында әсәй, мин, туғандарым нимәлер эшләп йөрөйбөҙ. Шул саҡ үҙ күҙҙәремә ышанмайым: йылға яғынан думбыра тотоп атайым беҙгә табан килә. Мин шул яҡҡа шаҡ ҡатып ҡарағанмын да торғанмын, атайым бит был, ысын атайым! Эргәбеҙгә килеп еткәндә инде, минең атайҙы күреүҙән иҫем инәрле-сығарлы, һаман ышана алмайым. Шулай ун туғыҙ йыл буйы атайһыҙ йәшә-йәшә лә, ә ул бер нәмә лә булмағандай, ҡайҙалыр йәшәп ятҡан да думбырала уйнап, беҙҙең яҡҡа килә. Ысынлап та, ҡайтып килмәй ине ул, ә килә ята. Килеп, кире китерен бөтә йәнем-тәнем менән һиҙәм. Ул беҙҙеке түгел. Ҡайҙан килгән шунда китәсәк кире.
Шуларҙы уйлап кисергәнсе атай килеп етте. Бөтәбеҙгә күҙ йүгертеп сыҡҡандан һуң, миңә ҡарап: “Ҡыҙым, был һиңә!” – тип, ҡулындағы думбыраһын һондо. Атайға яҡын барҙым, яҡын ғына... Ҡулымды һоноп, думбыраһын алдым. Башым әйләнеп китте... Әллә ҡоланым, әллә нимә булды, ҡапыл икенсе күренештәр башланды... Беҙ йәшәгән ауыл башында гармун тауышы ишетелә. Шундай ҙа яҡын, шундай ҙа ҡәҙерле гармун тауышынан йөрәкһенеп, йүгереп тышҡа сыҡтым. Күрше ауыл яғынан күп кешеләр, беҙҙең ауылдаштар, килә ине. Ә иң алда – атайым... Ауыл халҡын эйәртеп минең атайым килә! Мөһабәт кәүҙәле, ҡап-ҡара сәсле, аҡ йөҙлө, минең матур атайым гармунда уйнап килә. Түҙмәнем, ҡаршы йүгерҙем. Тәүгә генә күрһәм дә, оялып торманым, тыным быуыла-быуыла йүгереп барып, атайҙың аяғын ҡосаҡлап алдым. Атай туҡтаны, башымдан һыйпап, “ҡыҙым” тип яратып ҡына көлөп ҡараны ла артабан атланы. Мин уның биленә тиклем генәмен. Гармун уйнаған атайымдың салбар кеҫәһенә йәбешеп атланым. Күңелдә байрам, беҙгә ҡунаҡ килә. Ә иң ҙур ҡунаҡ – ул атайым. Шул бәхетте кисереүҙән тағы башым әйләнеп киттеме, тағы нимәлер булды... Тағы икенсе күренештәр башланды. Ниндәйҙер ауылда бер иҫке генә клуб ултыра. Эргәһенә кешеләр йыйылған. Барһам, кешеләр миңә: “Клуб емерелергә тора, унда һинең атайың”, – тип әйтәләр. Эстән атайҙың тауышы ла ишетелеп ҡалғандай булды. Мин уны-быны белештермәй, йүгереп клубҡа инеп киттем. Атайҙы ҡотҡарырға кәрәк, хәҙер емерелә... Инһәм, унда ағайым йөрөй. Икәүләп бүлмәләр һайын йүгереп атайҙы эҙләйбеҙ. “Атай, һин ҡайҙа?! Хәҙер клуб емерелә!..” – тип ҡысҡырабыҙ. Ҡайҙалыр өҫтә тауышы сыҡҡан һымаҡ, тик ҡайҙа икәнлеге аңлашылмай. Түбәләр инде яйлап емерелә лә башланы. Бар көсөбөҙгә йүгерәбеҙ, эҙләйбеҙ, тик атай юҡ. Мин емерелгән түбә тишегенән өҫкә үрләйем, атайҙы күргәндәй ҙә булам, юҡ, тағы юғала. Түбә менән ҡуша аҫҡа емереләм. Ҡайҙалыр ағайым да күренеп ҡалды. Шул саҡ өҫтән атай миңә кепкаһын һелтәне лә асыҡ ҡына итеп: “Ҡыҙым, минең кепканы ал... Бар тышҡа сыҡ, өҫтөңә емерелмәһен, һин минең кепканы алып сығырға тейешһең, тор, йүгер, бар, сыға һал!” – тип ҡысҡырҙы. Мин инде атайҙы алып сыға алмаҫымды аңлап, кепканы эҙләп алып тәҙрә аша тышҡа һикерҙем. Шул саҡта ғына ҙур клуб емерелеп төштө, ағайым да сыға алманы, атайым да шунда ҡалды...
Кешеләр тиҙҙән таралышты, ә мин атайҙың кепкаһын тотоп, һынташ булып, емерелгән ҡаралтыға ҡарап тик торҙом. Тетрәнеүҙәрем шул саҡлы ине... Бер аҙҙан кемдеңдер миңә өндәшкәнен, саҡырғанын ишетеп, башымды күтәрҙем. Бүлмәләш ҡыҙ мине уята икән. Башты күтәргәндә бүлмә эсе яҡтырған, ә әхирәтем һөйләнә-һөйләнә ҡабаланып йөрөп кейенергә маташа ине. Уның сәбәләнеүҙәре менән сағыштырғанда, минең күңелем шул хәтлем тыныс ине. Рәхәт ине миңә, ниндәйҙер бәхет һәм бөтөнлөк тойғоһо солғап алғайны. Башты ҡалҡытып бүлмә эсен ҡарап торғас, ҡапыл башҡа һуҡҡандай әсе дөрөҫлөк аңды ярып килеп инде. Әле генә минең менән булған хәлдәр төш кенә булғанын аңлап ҡалдым да, “атайым” тип үкһеп илап, кире карауатыма ауҙым... Минең илауҙан ниндәйҙер мөһим нәмә булғанын аңлаған әхирәтем дә бөтә эшен ташлап, ҡушылып иланы. Күп йылдар буйына янып көйгәндән һуң, күп йылдар берсә юҡһынып, берсә рәнйеп, берсә ғазапланғандан һуң, атайымды тәүгә күргәнде аңламаһа ла...
Ә беҙ, ул көндө, уҡырға барырға йоҡлап ҡалғанбыҙ. Иртәгеһенә, дәрескә килмәгән өсөн уҡытыусылар шелтә биргәндә лә, мин уларға бәхетле йылмайып ҡарап торҙом. Берҙән тетрәндем дә, берҙән төштәремдең ҡыҫҡа булыуы үкенесле лә ине... Мин бит атайымды күрҙем! Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр һәм, бәлки, һуңғы тапҡыр...
Таңсулпан РӘСҮЛ.

Автор:
Читайте нас