Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Декабрь 2022, 15:55

1 ғинуарҙан минималь эш хаҡы күләме арта

Владимир Путин 2023 йылға минималь хеҙмәт хаҡын  билдәләгән законға ҡул ҡуйҙы. 

1 ғинуарҙан минималь эш хаҡы күләме арта
1 ғинуарҙан минималь эш хаҡы күләме арта

 

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылға минималь хеҙмәт хаҡын (МРОТ) 16 242 һум күләмендә билдәләгән законға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

«2023 йылдың 1 ғинуарында минималь эш хаҡы күләмен айына 16 242 һум күләмендә билдәләргә», —; тиелә документ тексында. Шулай итеп, 6,3% арттырыу ҡаралған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл МРОТ-ты ике тапҡыр арттырҙылар: 1 ғинуарҙан ул 13 890 һумғаса арттырылды, ә 1 июндән 15 279 һумға еткерелде.

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда МРОТ (Урал коэффициенты менән) 17 571 һум тәшкил итә.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас: