Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Декабрь 2022, 09:52

Мәктәптәргә - 56 яңы автобус

Һуңғы өс йылда Башҡортостандың мәктәп автопаркын 378 автобус тулыландырған. 

Мәктәптәргә - 56 яңы автобус
Мәктәптәргә - 56 яңы автобус

Радий Хәбиров республика мәктәптәре директорҙарына илебеҙҙә етештерелгән ГАЗ, ПАЗ һәм УАЗ маркалы 56 заманса мәктәп автобусы асҡыстарын тапшырҙы. Бының өсөн өсөн федераль бюджеттан 170,6 миллион һум бүленгән. Быйыл республика бюджеты аҡсаһына (79,5 миллион һумға) 20 яңы мәктәп автобусы һатып алынған. Һуңғы өс йылда Башҡортостандың мәктәп автопаркын 378 автобус тулыландырған, 112-һе – республика бюджеты иҫәбенә, 266-һы – федераль ярҙам менән. Киләһе йылдың ғинуар-мартында республика федераль бюджет иҫәбенә тағы ла ГАЗ маркалы 45 автобус алырға тейеш.

 

Фото:пресс-служба администрации Главы РБ

Автор:
Читайте нас: