Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Ғинуар 2023, 12:38

Баймаҡ мандарины

Биш йыл дауамында ул ике төрлө гранат, лимондың дүрт төрө, муррайи, мандарин, әфлисун, лавр, ҡәһүә ағастары, мушмулу, бүлмә сейәһе, виноград, фейхоа, ҡарбуз, еләк үҫтерә. Бынан тыш, өйҙә помидор һәм ҡыяр ҙа үҫтерә.

Баймаҡ мандарины
Баймаҡ мандарины



Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылынан Сәғирә Ғәбитова өйҙә экзотик үҫемлектәр, емеш-еләк ағастары, йәшелсә культуралары үҫтерә һәм иң мөһиме - улар барыһы ла яҡшы уңыш килтерә.

Биш йыл дауамында ул ике төрлө гранат, лимондың дүрт төрө, муррайи, мандарин, әфлисун, лавр, ҡәһүә ағастары, мушмулу, бүлмә сейәһе, виноград, фейхоа, ҡарбуз, еләк үҫтерә. Бынан тыш, өйҙә помидор һәм ҡыяр ҙа үҫтерә.

"Балалар, туғандар, минең ҡыҙыҡһыныуымды белеп, даими рәүештә шундай емеш-еләктәр алып килә. Былтыр ҙа өйгә аяҡ баҫырға ла урын юҡ ине – һәр ерҙә, һәр мөйөштә үҫентеләрем бар ине. Туғандарыма, дуҫтарыма бирә башланым, беҙгә бер нисә генә сорт ҡалдырҙым. Хәҙер мине гуава, банан, папайя, питахайя, помело кеүек экзотик үҫемлектәр ҡыҙыҡһындыра", — ти Сәғирә Илһам ҡыҙы.

Башҡортостаным/ яңылыҡтар.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: