Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Ғинуар 2023, 10:51

Һөт аҙыҡтары бушлай бирелә

Был ярҙам махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләһе өсөн йүнәлтелә. 

Һөт аҙыҡтары бушлай бирелә
Һөт аҙыҡтары бушлай бирелә

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары "Һөт кухняһы" продукцияларын бушлай ала. Был хаҡта Премьер-министр Андрей Назаров хөкүмәт ултырышында хәбәр итте. 

Һөт кухняһы етештереү-сауҙа селтәре республиканың аҙ тьәмин ителгән ғаиләләрҙәге йәш ярымға тиклемге балаларға, йөклө һәм бала имеҙеүсе ҡатындарға, опекалағы балаларға бушлай махсус һөт аҙыҡтары һәм ҡоро ҡатнашмалар бирә. 

Был ризыҡтар булғанда магазиндан һатып алмаҫҡа ла мөмкин, һөт, ҡатыҡ бер-ике көнгә етеп ҡала. Һөт аҙыҡтарын аҙнаһына ике тапҡыр алырға мөмкин. Әлбиттә, тәүҙә тейешле документтар юлларға кәрәк. 

Фото: Башинформ

#нацпроекты

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас: