Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Ғинуар 2023, 10:01

Янғын сығыуҙан һаҡланыу саралары ойошторолған

Йәйге осорға ныҡлап әҙерлек башланды. 

Янғын сығыуҙан һаҡланыу саралары ойошторолған
Янғын сығыуҙан һаҡланыу саралары ойошторолған

Башҡортостанда барлыҡ урман янғындары станцияларының хеҙмәткәрҙәре янғын хәүефе юғары булған миҙгелгә әҙерләнә башланы. Улар махсус техника, ҡорамал һәм инвентарь ремонтлай. Был хаҡта төбәк урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. 

"Экология" милли проекты сиктәрендә станциялар махсус техника менән тулыландырыла. Үткән йылда ғына ошо маҡсат өсөн федераль бюджеттан 22 млн. тирәһе аҡса бүленгән. 

Фото: "Башинформ"

#нацпроекты #регпроекты

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас: