Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Ғинуар 2023, 09:56

Фольклор коллективтарға — федераль грант

Гранттарҙы профессиональ һәм һәүәҫкәр коллективтар – вокал, инструменталь, хореографик йәки мультижанр коллективтар алырға мөмкин

Фольклор коллективтарға — федераль грант
Фольклор коллективтарға — федераль грант

Рәсәйҙә халыҡ һәм фольклор ижады коллективтары өсөн яңы грант ярҙамы программаһы эшләй башлай. Йыл һайын ошо маҡсатҡа 100 миллион һум бүленә, тип хәбәр итә Рәсәй хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

 

Эш «Мәҙәниәтте үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә алып барыла. Ошо маҡсатҡа субсидиялар биреү ҡағиҙәләрен раҫлаған ҡарарға хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

 

Гранттарҙы профессиональ һәм һәүәҫкәр коллективтар – вокал, инструменталь, хореографик йәки мультижанр коллективтар алырға мөмкин. Дәүләт ярҙамын яңы программалар эшләү, гастролдәргә сығыу, оҫталыҡ дәрестәре йәки фольклор экспедициялары үткәреү өсөн тотонорға була.

 

Грант конкурсын Мәҙәниәт министрлығы ойоштора. Финанслау күләме конкурста еңгән проекттарҙың хаҡына ҡарап индивидуаль иҫәпләнә. Йыл һайын 15-25 коллективҡа субсидия бүлеү күҙаллана.

 

https://www.bashinform.ru

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: