+22 °С
Ямғыр


Халыҡтың тауыш биреүе буйынса, Николо-Березовкала үҙәк майҙанды төҙөкләндереү эше хәл ителде. Был хаҡта Краснокама районы хакимиәтенән мәғлүм булған. Эштәр "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" милли проекты сиктәрендә башҡарыласаҡ.
Йәмғеһе 3569 кеше тауыш биргән. Улар араһынан 2770 кеше район үҙәгендә сквер төҙөүгә риза.
Алдағы көндәрҙә эскәмйә һәм ҡый ташлау өсөн махсус һауыттар, газон урынлаштырыу, күк шыршылар, ҡыуаҡтар ултыртыу планлаштырылған.
Фото: Башинформ.
#нацпроектыБашкортостана #ВладимирПутин