Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иҡтисад
7 Февраль 2023, 13:18

Төркмәндәр түр бирмәне!

Биш-алты сәғәткә һуҙылған ҡыҙыу бәйгелә һәр команда үҙ ауыл биләмәһе өсөн бар көсөнә тырышты, хәлдән тайғансы алға ынтылды. 

Төркмәндәр түр бирмәне!Төркмәндәр түр бирмәне!
Төркмәндәр түр бирмәне!

 

Сибай ауыл Советы төркөмөндә төбәндәге матур яңылыҡ донъя күргән: 

“Шулай итеп, сәмле-ғәмле уйын да тамамланды... Биш-алты сәғәткә һуҙылған ҡыҙыу бәйгелә һәр команда үҙ ауыл биләмәһе өсөн бар көсөнә тырышты, хәлдән тайғансы алға ынтылды. Кем әйтмешләй, уйын булғас еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә була. Был юлы төркмәндәр түрҙе бер кемгә лә бирмәне һәм 3х2 иҫәбе менән лайыҡлы еңеүсе булды! Афарин, күршеләр! Беҙ һеҙҙең өсөн шат!

 

"Еңеп ҡайтыр өсөн килдек һәм еңәсәкбеҙ!" - тигән һүҙегеҙҙе раҫлап, башҡаларға матур өлгө күрһәттегеҙ, ҡотлайбыҙ! Алдан әҙерлек үҙ һөҙөмтәһен бирә шул. Ә беҙҙекеләргә икенсе урын менән ҡәнәғәтләнергә тура килде... Түбәләрҙең “Ҡараташ” командаһы өсөнсө урынға сыҡты. “Шаяндар” "шаярып" ҡына дүртенсе урын менән хушһынды. Командаларҙың барыһына ла еңеүсе кубоктары, миҙалдар һәм Баймаҡ районы ҡатын-ҡыҙҙар советының маҡтау грамоталары тапшырылды.

 

Иҫке Сибайҙың хоккей майҙанында был дуҫтарса осрашыу командалар ағзаларына күңел күтәренкелеге, бөтмәҫ дәрт өҫтәне. Улар, киләсәктә лә осрашып торорға, сәмле уйынды дауам итергә, тигән теләк менән бик йылы хушлашты.

 

Афарин, ҡыҙҙар! Ысынлап та, һеҙ нәҡ ауыл ҡыҙҙары булыуығыҙҙы һүҙҙә түгел, ә аныҡ эштә күрһәттегеҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!”, - тип яҙған яҡташтары тураһында Мотал Рәмов. 

Мәғлүм булыуынса, «Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарыла.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-109622739_60555

Автор:
Читайте нас