+21 °С
Болотло


Стәрлетамаҡта үткән йыл буйынса төҙөлөш тармағында ниндәй уңыштар булыуы хаҡында һығымта яһанылар. Торлаҡ төҙөү буйынса күрһәткестәр 2021 йылға ҡарағанда артып киткән. Былтыр 94 мең квадрат метр төҙөлһә, унан алдағы йылда 65 мең квадрат метр фатир ҡулланыуға тапшырылған икән. Шулай уҡ 2022 йылда алданыусыларҙың мәсьәләһе ыңғай хәл ителә башлаған. Һөҙөмтәлә, әлегә 64 ғаиләгә фатир асҡысы тапшырылған.
Фото: Башинформ
#нацпроекты #регпроекты