Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Иҡтисад
3 Март 2023, 06:29

Өфө буйлап йөрөүе еңелләшә

Баш ҡалабыҙҙа өр-яңы, матур, уңайлы автобустар артасаҡ. 

Өфө буйлап йөрөүе еңелләшәӨфө буйлап йөрөүе еңелләшә
Өфө буйлап йөрөүе еңелләшә

Федераль проект сиктәрендә Өфөгә яңы автобустар ҡайта. "Йәмәғәт транспортын арттырыу", "Хәүефһеҙ юлдар" милли проекттарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән башҡарыла был эш. 

2023 йылда Рәсәйҙең ун ҡалаһына, шул иҫәптән Өфөгә йәмғеһе 334 заманса уңайлыҡтары булған автобустар ебәреләсәк. 

Шулай итеп, кешеләрҙең йәшәү кимәле күпкә күтәреләсәк тигән һүҙ был. 

Автобустар күмәк кеше һыймалы һәм тәбиғи газ менән йөрөй. Тимәк, экология йәһәтенән дә уңайлы. 

 

Фото: "Башинформ"

 

#регпроекты #нацпроекты

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас