+21 °С
Болотло


Башҡортостан Башлығы уны бай йөкмәткеле һәм интерактив үткәрергә кәрәклеген белдерҙе. Күргәҙмәлә милли әҙәбиәт һәм матбуғат күрһәтеләсәк. Унда нәшриәттәр, китап магазиндары, модель китапханалары ҡатнашасаҡ. Яҙыусылар, рәссамдар, драматургтар һәм сәнғәт өйрәнеүселәрҙе ҡатнаштырыу көтөлә.
Радий Хәбиров белдереүенсә, йәрминкәне үткәреү идеяһы менән БР Яҙыусылар союзы сығыш яһаған. Бынан тыш, Яҙыусылар союзы идараһы урынлашҡан бина ремонтланасаҡ.
"Башинформ"