+21 °С
Болотло


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ошо хаҡта указы донъя күрҙе. Уға ярашлы “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы” конкурсының ике еңеүсеһенә 50 мең һум һәм дүрт лауреатҡа 30 мең һум тапшырыла. Быйыл һөнәри оҫталыҡ конкурсында 55 район һәм ҡаланан 91 тәрбиәсе ҡатнашты. Унда Өфө районы Жуков ауылынан Арина Бакаева һәм туған телдә тәрбиә алып барған педагог номинацияһында Өфөнөң 202-се балалар баҡсаһынан Гөлсина Ишбаева еңеүсе булды.