

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә быйыл Өфө юлдарын ремонтлау билдәләнгән ваҡыттан ай ярымға алдараҡ башланды.
Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы башлығы Александр Клебанов хәбәр итте.
Өфөлә ҡоро һауа торошо урынлашыуы арҡаһында подрядсылар юл эштәрен Шәфиев һәм Лев Толстой урамдарында башлаған да инде. Әле яраҡһыҙ хәлгә килгән иҫке юл ҡатламын фрезерлау бара. «Быйыл Шәфиев урамында - 500 метр, ә Лев Толстой урамында 700 метрҙан ашыу оҙонлоҡтағы участканы ремонтлайбыҙ. Бында асфальт-бетон япмаһын, борт таштарын алмаштырырбыҙ, техник һыҙаттар эшләрбеҙ, тротуарҙарҙы йүнәтербеҙ», - тип һөйләне Клебанов. Өфөнөң был урамдарында юл эштәрен 2023 йылдың 15 сентябренә тиклем тамамлау күҙаллана.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса башҡарыла.