+24 °С
Ямғыр


2023 йылдың 1 сентябрендә Башҡортостандың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияның күләме 5 мең һумға тиклем арттырыла.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия 2006 йылда булдырылған. Быға тиклем исемле стипендияның күләме урта махсус уҡыу йорттарында — 600 һум, юғары уҡыу йорттарында 1200 һум ине. Стипендияға яҡшы уҡыған студенттар дәғүә итә ала.